Төбәк башлыҡтары, табиптар менән кәңәшләшеп, вирустың таралыу күрһәткестәренән сығып, үҙҡурсаланыу режимынан яйлап сығыу буйынса ҡарар ҡабул итә ала. Был хаҡта Президент Владимир Путин менән осрашыуҙа Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте теәксеһе Анна Попова белдерҙе.
Үҙҡурсаланыу режимынан сығыуҙың тәүге этабында спорт менән шөғөлләнеүҙе, балалар менән тышҡа сығыуҙы, дистанция һаҡлап сауҙа өлкәһенең эшен рөхсәт итеүҙе күҙ уңында тота.
Икенсе этапта иһә ғаилә менән тышҡа сығыуҙы, сикләнгән режим буйынса сауҙа нөктәләренең, мәктәптәр һәм балалар баҡсаларының эшен башларға мөмкин буласаҡ.
Өсөнсө этапҡа күскәндә иһә парктарҙы асыу, сауҙа нөктәләренең, мәктәптәр һәм балалар баҡсаларының, ҡунаҡханалар, дөйөм туҡланыу урындарының сикләнмәгән эш режимы рөхсәт ителәсәк.
Анна Попованың белдереүенсә, дөйөм хәл тағы ҡатмарлаша икән, төбәк башлыҡтары үҙҡурсаланыу режимын ҡабаттан көсәйтә ала.
Карантин сараларының эшен көйләү, сикләүҙәрҙе туҡтатыу, иҡтисад эшмәкәрлеген йәнләндереү Рәсәй хөкүмәтенә йөкмәтелә, тине Президент.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Указы менән республикала үҙҡурсаланыу режимы 31 март индерелгәйне.