-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2020, 12:55

Конституцияға үҙгәрештәр иғтибар үҙәгендә

Рәсәйҙә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса фекер алышыу дауам итә.

Рәсәйҙә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса фекер алышыу дауам итә.
Айырыуса пенсия аҡсаларын, социаль пособиеларҙы индексациялау, бәләкәй эш хаҡын йәшәү минимумына еткереү гарантиялары, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу буйынса тәҡдимдәр күптәрҙә хуплау таба.
Һәр дәүләттең нигеҙе - ул уңышлы ғаилә. Тәү сиратта уңышлы быуын. Шуға күрә Конституцияға индереләсәк барлыҡ үҙгәрештәр ҙә ғаиләне яҡлауға йүнәлтелгән тип аңларға кәрәк, ти белгестәр. Әгәр ҙә дәүләт өсөн балалар беренсе урында тора икән, тимәк, ул киләсәктә балалар баҡсалары, мәктәптәр, перинаталь үҙәктәр төҙөүҙе үҙенең бурысы тип һынай.
Билдәле булыуынса, үҙгәрештәр Рәсәй биләмәләренең бөтөнлөгө өсөн гарантия бирәсәк. Был хаҡта бәхәстәрҙең булыуы ла мөмкин түгел, ти эксперттар. Дәүләт шулай уҡ этномәҙәниәтте яҡлауға ла ҙур иғтибар бүләсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: