+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2020, 13:52

Хәбиров – фиҙакәр табиптар хаҡында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығындағы республика табиптары хаҡында яҙмалар серияһын баҫа башланы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығындағы республика табиптары хаҡында яҙмалар серияһын баҫа башланы.
Тәүге яҙмаһы Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһының нур ярҙамында диагностикалау бүлеге мөдире – 42 йәшлек Александр Шишигин хаҡында.
“Беренсе 14 тәүлеклек көсөргәнешле сменала ул коронавирус инфекцияһына шик булған пациенттарға меңдән артыҡ КТ-тикшереү уҙғарҙы. Ул көнөнә нурланыш ярҙамында башҡарылыусы 70-тән ашыу тикшереү үткәрҙе. Ғәҙәттә иһә табип бер сменала ҡабул иткән ауырыуҙар 30-ҙан артмай”, – тип бәйән итә республика етәксеһе.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: