Башҡортостандан 16 предприятие илдең башҡа ҡалаларына коронавирустан һаҡланыу саралары оҙатырға әҙер Рәсәй етештереүселәре исемлегенә инде.
Исемлекте Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды РФ “Тышҡы иҡтисад банкы” дәүләт корпорацияһы менән берлектә ҡалаларҙы COVID-19-ҙан һаҡланыу саралары менән тәьмин итеүҙә ярҙамлашыу маҡсатында төҙөгән.
Республиканың биш ҡалаһында: Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Күмертау һәм Нефтекамала урынлашҡан был предприятиелар тәүлегенә дөйөм алғанда 18 меңләп шәхси һаҡланыу сараһы етештерә.
Бындай ойошмалар айырыуса Благовещенда күп – улар был ҡалала етәү. Мәҫәлән, “Смена” муниципаль предприятиеһы тәүлегенә 150 шәхси һаҡланыу сараһы етештерһә, “ЭнергоСнабСервис” компанияһы көн һайын меңгә яҡын битлек тегә.
Нефтекамалағы “Метро”, “Камея” ойошмалары көнөнә йәмғеһе 9 меңләп битлек сығара. Шулай уҡ Бәләбәй, Белорет, Күмертау ҙа бөгөн мөһим һаналған был эшкә ҙур өлөш индерә.
Фото "Башинформ"дан алынды.