+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2020, 11:05

Балалар баҡсалары арта

Иглин ауылында “Демография” милли проекты сиктәрендә 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Төҙөлөш 2019 йылдың ноябрендә башланған, уны тамамлау 2020 йылдың аҙағына планлаштырыла. Силантьев урамында урынлашҡан балалар баҡсаһының майҙаны – өс мең квадрат метрҙан ашыу. Объектты төҙөү 186 миллион һумға төшә.Иглин ауылында “Демография” милли проекты сиктәрендә 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Төҙөлөш 2019 йылдың ноябрендә башланған, уны тамамлау 2020 йылдың аҙағына планлаштырыла. Силантьев урамында урынлашҡан балалар баҡсаһының майҙаны – өс мең квадрат метрҙан ашыу. Объектты төҙөү 186 миллион һумға төшә.Әле балалар баҡсаһының ике ҡатлы бинаһы тулыһынса һалынған, тәҙрәләр ҡуйылған, ҡыйығы ябылып бөтөү алдында. Баҡсаның эсендә лә эштәр гөрләй. Төҙөүселәр йылытыу һәм елләтеү, һыу үткәреү, канализация, яҡтыртыу системалары ҡуйыу менән дә шөғөлләнә. Алда кәрәкле ҡоролмалар, мебель ҡуйыу, шулай уҡ балалар баҡсаһының ихатаһын тәртипкә килтереү эштәре көтә.Балалар баҡсаһын төҙөүҙә дәүләт заказсыһы булып БР капиталь төҙөлөш идаралығы сығыш яһай, генераль подрядсы – “Эстра” ЯСЙ.Йыл башында Иглиндә 640 урынлы яңы мәктәп асылған ине. Унда 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы ла урынлашҡан. Фото БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты сайтынан алынды.

Иглин ауылында “Демография” милли проекты сиктәрендә 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә.
Төҙөлөш 2019 йылдың ноябрендә башланған, уны тамамлау 2020 йылдың аҙағына планлаштырыла. Силантьев урамында урынлашҡан балалар баҡсаһының майҙаны – өс мең квадрат метрҙан ашыу. Объектты төҙөү 186 миллион һумға төшә.
Әле балалар баҡсаһының ике ҡатлы бинаһы тулыһынса һалынған, тәҙрәләр ҡуйылған, ҡыйығы ябылып бөтөү алдында. Баҡсаның эсендә лә эштәр гөрләй. Төҙөүселәр йылытыу һәм елләтеү, һыу үткәреү, канализация, яҡтыртыу системалары ҡуйыу менән дә шөғөлләнә. Алда кәрәкле ҡоролмалар, мебель ҡуйыу, шулай уҡ балалар баҡсаһының ихатаһын тәртипкә килтереү эштәре көтә.
Балалар баҡсаһын төҙөүҙә дәүләт заказсыһы булып БР капиталь төҙөлөш идаралығы сығыш яһай, генераль подрядсы – “Эстра” ЯСЙ.
Йыл башында Иглиндә 640 урынлы яңы мәктәп асылған ине. Унда 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы ла урынлашҡан.
Фото БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: