+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2020, 23:55

Бәпестәргә – махсус карауаттар

Өфө ҡалаһының 17-се балалар клиник дауаханаһына яңы тыуған сабыйҙар өсөн ике махсус дауалау-реабилитация карауаты алынған. Улар неврология патологияһы булған бәпестәргә, шулай уҡ балалар инвалидлығын иҫкәртеү өсөн тәғәйенләнгән.

Белгестәр әйтеүенсә, дауалау-реабилитация карауаты бик бәләкәй генә балаларға уникаль массаж эшләргә мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә тын алыу, ҡан әйләнеү үҙәктәренә хәл керә, был перифериялы нервы системаһының боҙолған функцияларын тергеҙеүгә булышлыҡ итә.
Махсус карауаттар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында уңайлы мөхит” программаһы сиктәрендә алынған.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: