Рәсәй Президенты РФ Хәрби көстәренең Дисциплинар уставына ҡайһы бер үҙгәрештәр индерҙе.
Атап әйткәндә, улар хәрбиҙәргә хеҙмәте тураһында мәғлүмәтте журналистарға еткереүҙе, социаль селтәрҙәргә һалыуҙы, үҙе менән ҡайһы бер осраҡта гаджеттар алып йөрөүҙе тыя.
Индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер хәрби хәрәкәттәр ваҡытында, нарядта булғанда, күнекмәләр мәлендә, походта, маршта саҡта һалдаттарға үҙе менән кеҫә телефоны һәм башҡа гаджеттар йөрөтөргә ярамай.