+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2020, 11:10

«Агростартап» биргән мөмкинлек

Туймазы районының Николаевка ауылында яңы һөтсөлөк фермаһы эш башлаған. «Агростартап» грантын отоу эшҡыуар Лилиә Хәйруллинаға ошондай эш асырға мөмкинлек биргән.

Туймазы районының Николаевка ауылында яңы һөтсөлөк фермаһы эш башлаған. «Агростартап» грантын отоу эшҡыуар Лилиә Хәйруллинаға ошондай эш асырға мөмкинлек биргән.
Һөтсөлөк фермаһы асырға тигән фекер ике йыл элек район гәзитендә «Агростартап»проекты тураһында уҡып белгәндән һуң тыуған. Хужабикә әйтеүенсә, эштәр башланып ҡына тора, хәл итәһе мәсьәләләр етерлек.
Лилиә Илдус ҡыҙы һөнәре буйынса – ветеринар. Аграр университетын тамамлағандан һуң ул бер нисә йыл «Серафимовское» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лаборатория мөдире булып эшләй. Районда һөт етештереүсе ҙур ойошмаларҙың береһендә хеҙмәт итеү, үҙ шәхси ярҙамсы хужалығында тәжрибә туплау ышаныс бирә.
2019 йылда йәш фермер ҙур булмаған бина менән 22 гектар ерҙе ҡуртымға ала һәм грантҡа ғариза яҙа. Үҙ проектын яҡлап, 3 миллион һум аҡса ала. Был аҡсаны ул ҡара-сыбар тоҡомло 34 баш мал, бәләкәй трактор, тейәгес, машина арбаһы, сапҡыс, преслау ҡоролмаһы, культиватор һатып алыуға тотона.
Эшҡыуар көн һайын заводҡа 600 литр һөт тапшырырға ниәтләй. Киләсәктә ул мал һанын арттырырға һәм күберәк һөт етештерергә теләй.
“Агростартап” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам системаһы булдырыу һәм ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә финанслана. Унда ҡатнашырға теләгәндәр 8 майға тиклем ғаризаһын тапшыра ала. Ғаризалар ошо адрес буйынса ҡабул ителә: 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106. Белешмә өсөн телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: