Президент Владимир Путин кисә Хөкүмәт кәңәшмәһе барышында баш ҡаланың мэре Сергей Собяниндың байрамдарҙан һуң ҡайһы бер хеҙмәт коллективтарының эш башлауы тураһындағы ҡарарын хупланы. Сәнәғәт һәм төҙөлөшкә ҡағылышлы предприятиеларҙы асылыу планын хуплайым, был – ныҡлы нигеҙләнгән ҡарар. Уны, әлбиттә, баш санитар табиптар менән кәңәшләшеп эшләргә кәрәклеген беләһегеҙ”, - тине ил етәксеһе.