Был рейстарҙа Чаяндин ятҡылығында вахта менән эшләүсе 179 яҡташыбыҙ ҡайтты. Самолеттар төшөү менән Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре пассажирҙарҙың температураһын үлсәне. Рейстарҙы хеҙмәтләндергәндә коронавирус таралыу ихтималлығын булдырмаҫ өсөн, бөтә һаҡлыҡ саралары күрелде. Юлсыларҙың багаждары, лайнерҙар тейешенсә дезинфекцияланды. Тыуған ергә ҡайтыусылар терминалға инеп торманы, үҙҙәрен көтөп тороусы автобустарҙа туп-тура обсерваторға юл алды.