+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 11:10

Минскиҙа Еңеү парады кисектерелмәй

Быны Владимир Путин менән телефондан һөйләшкәндә Александр Лукашенко тағы бер тапҡыр раҫланы, тиелә “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы хәбәрендә. Союз дәүләттәр етәкселәре шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы көрәш мәсьәләләре буйынса ла фекер алышҡан.

Белоруссияның COVID-19 пандемияһына ҡарамай, 9 майҙа Еңеү парады үткәрергә йыйыныуы хәүеф тыуҙыра, тип билдәләнеләр Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһында. Байрам сараһы вирустың киң таралыуы өсөн ҡулай шарттар тыуҙыра.
Рәсәйҙә был көндә тик һауа көстәре парады ғына була. Хәрби самолеттар Мәскәү күгенән осоп үтәсәк. Барлығы 75 берәмек техника һауаға күтәреләсәк. Шулай уҡ илдең 47 ҡалаһы күгендә лә самолеттар һәм вертолеттарҙы күрергә мөмкин буласаҡ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: