+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 11:30

Герой Йондоҙо

9 май көнө Мәскәүҙән генерал Миңлеғәле Шайморатовтың Герой йондоҙо Өфөгә ҡайта. Комдивтың алтын йондоҙо Башҡортостанда һаҡланасаҡ.

9 май көнө Мәскәүҙән генерал Миңлеғәле Шайморатовтың Герой йондоҙо Өфөгә ҡайта. Комдивтың алтын йондоҙо Башҡортостанда һаҡланасаҡ.
Был хаҡта Хөкүмәт кәңәшмәһендә республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
-Был тарихи ваҡиғаны беҙ лайыҡлы итеп билдәләйәсәкбеҙ. Ул юғары кимәлдә үтәсәк,- тине Радий Фәрит улы.
Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән легендар 112-се башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Был юғары исемде уға оҙаҡ йылдар дауамында юлланылар. Йәмәғәт ойошмалары, төрлө кешеләр ҡултамғалар йыйҙы, дәүләт башлығына хаттар яҙҙы. Ләкин ошоға тиклем һөҙөмтә булманы.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙгә иң күп Советтар Союзы Геройы биргән легендар дивизияның командиры быға һис шикһеҙ лайыҡ ине. Нийәһәт, Еңеүҙең 75 йыллығына республика халҡы шатлыҡлы хәбәр ишетеп ҡыуанды. Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, был яңылыҡты ул махсус рәүештә байрам көндәрендә еткерергә уйлаған. Ләкин коронавирус сиренең таралыуына бәйле, 9 май байрамын беҙ үҙҡурсаланыу режимында ҡаршы алырға мәжбүрбеҙ.
Геройҙың алтын йондоҙон Өфө аэропортында ҡаршы аласаҡтар һәм уны хәрби колонна менән башҡаланың үҙәк урамдарынан үткәрәсәктәр. Юғары награда Миңлеғәле Шайморатовтың башҡа хәрби әйберҙәре менән бергә Башҡортостандың милли музейында һаҡланасаҡ. Быны Башҡортостан Юлдаш каналы аша күрергә мөмкин буласаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: