+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 17:54

Ауырыуҙар 24-кә күбәйгән

6 майға ҡарата Башҡортостанда COVID-19 вирусын йоҡтороусылар 1160-ға еткән – һуңғы тәүлектә 24 ауырыу өҫтәлгән.

6 майға ҡарата Башҡортостанда COVID-19 вирусын йоҡтороусылар 1160-ға еткән – һуңғы тәүлектә 24 ауырыу өҫтәлгән.
Әле республика дауаханаларында 440 сырхау сиргә ҡаршы алыша. 292-һенең хәле – ҡәнәғәтләнерлек, 114-енең – уртаса ауырлыҡта. Ауыр хәлдәгеләр – 34, шуларҙың 18-е яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Ауырыуҙарҙың 36 проценты, йәғни 417-һе сирҙе еңел үткәрә һәм өйҙәрендә дауалана.
Аҙаҡҡы тәүлектә 30 кеше, һауығып, дауахананан сыҡҡан. Эпидемия башланғандан алып барлығы 289 кеше сәләмәтләнгән.
Үткән тәүлектә вафат булыу осраҡтары теркәлмәгән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: