+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 11:40

Араҡы һатыу тыйыла

Кисә, 5 майҙа, Рәсәйҙә, Президент Владимир Путин ҡул ҡуйғандан һуң, яңы закон үҙ көсөнә инде. Ул араҡы һатыуҙы сикләй.

Кисә, 5 майҙа, Рәсәйҙә, Президент Владимир Путин ҡул ҡуйғандан һуң, яңы закон үҙ көсөнә инде. Ул араҡы һатыуҙы сикләй.
Һүҙ күп фатирлы йорттарҙа урынлашҡан бәләкәй кафе һәм барҙар тураһында бара. Йәғни бынан ары улар араҡы ҡойоп һатыу хоҡуғын юғалта. Яңы закон буйынса, майҙаны 20 квадрат метрҙан бәләкәй ундай кибеттарҙа спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеү тыйыла. Төбәктәргә талапты киңәйтеү хоҡуғы бирелгән.
Сер түгел, араҡы менән тәүлек әйләнәһенә һатыу итеү өсөн, ҡайһы бер магазин хужалары, бер-ике өҫтәл-ултырғыс ҡуйып, көнө-төнө халыҡты эсерҙе ошоға тиклем. Хәҙер уға сик ҡуйылыр, тип өмөт итергә кәрәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: