+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Май 2020, 16:51

“Беҙҙең Еңеү көнө” эстафетаһын ҡабул итеп

Бөгөн Түбәнге Новгород өлкәһенең академия, халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыусылары ла “Беҙҙең Еңеү көнө” марафонына ҡушылды.

Бөгөн Түбәнге Новгород өлкәһенең академия, халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыусылары ла “Беҙҙең Еңеү көнө” марафонына ҡушылды.
“Еңеү көнө” йырын губерна оркестры һәм “Тауыш.Балалар” шоуы ҡатнашыусылары ла йырланы. Еңеү символы булған йырға А.С Пушкин исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт опера һәм балет театры артистары, “Любава” халыҡ йырҙарын башҡарыусылар, милли гвардияның Волга буйы ғәскәрҙәренең йыр һәм бейеү ансамбле, вокал төркөмө ҡушылды.
Видеоролик шулай уҡ үҙҡурсаланыу шарттарында, “Герой” катеры һәм Чкалов һәйкәле янындағы Түбәнге Новгород кремелендә төшөрөлдө. Уның башында ҡатнашыусылар төбәктең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн билдәләне. Һуғыш осоронда, Түбәнге Новгород өлкәһендә оборона продукцияһының барлыҡ төрҙәрен дә етештергәндәр.
“Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһында Һамар өлкәһе, Башҡортостан, Татарстан, Марий Эл, Удмурт республикалары ҡатнашты. Түбәнге Новгород өлкәһе эстафетаны Пермь крайына тапшырҙы.
Волга буйы федераль округы иғлан иткән йыр марафоны ошо төбәктә йәшәгән халыҡтарҙы берләштереүсе бер сара булып тора. "Еңеү көнө" йырын һәр милләт тәүге тапҡыр үҙ туған телендә башҡарҙы.
Композитор Давид Тухманов һәм автор Владимир Харитоновтың легендар йырына быйыл 45 йыл тула.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: