-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2020, 18:59

Ғүмер ҡәҙерҙәрен белдек был яҙҙа...

Коронавирустың аяуһыҙлығын шунан күрергә була: уны йоҡтороп, республика дауаханаларында ятыусыларҙың 31-е бөгөн ауыр хәлдә. 19 кеше яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала.

Коронавирустың аяуһыҙлығын шунан күрергә була: уны йоҡтороп, республика дауаханаларында ятыусыларҙың 31-е бөгөн ауыр хәлдә. 19 кеше яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала.
“Тәүлек эсендә ауырыуҙар 75-кә артҡан. Республикабыҙҙа COVID-19 диагнозының раҫланған осраҡтары – 766. Сирлеләрҙең күпселеге – 475-е – ҡатын-ҡыҙҙар. Ауырыуҙы еңел үткәреүсе 231 кеше амбулатор дауалана”, – тип һөйләне коронавирус буйынса уҙған бөгөнгө брифингта һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова.
Эпидемия башланғандан алып барлығы 167 ауырыу һауыҡҡан, 14 сырхауҙың ғүмере өҙөлгән. Вафат булыусыларҙың унауһы – ирҙәр, дүртәүһе – ҡатын-ҡыҙҙар. Һуңғы тәүлектә үлем осрағы юҡ.
...Ҡурсаланып, өйҙәребеҙҙә уҙғарған апрелдең һуңғы көнө бөгөн. Быйылғы яҙ ғүмер ҡәҙерҙәрен белергә өйрәтеүе менән тарихта ҡалыр. Ә әлегә – үҙебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы һаҡлауҙы дауам итәбеҙ, дуҫтарыбыҙ!
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: