+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2020, 10:20

Өфө – Нуғай юлында эштәр бара

Ошо көндәрҙә юл төҙөү миҙгеленең ҙур участкаларының береһе – Өфө – Нуғай ҡасабаһы автомобиль юлы йүнәтелә башланы. Ремонт эшләнәсәк юлдың оҙонлоғо 11 саҡрым тәшкил итә. Ул Бородино урамынан алып М-5 федераль трассаһына тиклем дауам итә.

Юл төҙөүселәр эшен асфальттың яраҡһыҙ хәлгә килгән иҫке ҡатламын алыуҙан башлаған. Асфальт япмаһын фрезерлау 87 меңдән ашыу квадрат метр майҙанда башҡарыласаҡ. Шулай уҡ юл ситтәрен дә төҙөкләндереү ҡаралған.
Подряд ойошмаһы юл эштәрен 2021 йылдың 31 авгусында тамамларға ниәтләй. Юлды йүнәтеүгә 265 миллион һум аҡса тотоноласаҡ.
Юлды йүнәтеү эше “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә бара.
Быйыл Өфөлә дөйөм оҙонлоғо 20 саҡрымдан ашыу 22 урам участкаһын йүнәтеү ҡаралған. Ә республика буйынса ремонтланған юл оҙонлоғо 300 километр тәшкил итәсәк.
Фото БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: