Еңеү символы булған легендар йырҙы бөгөн тәүге тапҡыр татар телендә башҡарҙылар. Волга буйы федераль округы тәҡдиме менән ойошторолған “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны эстафетаһын Татарстан Республикаһы ҡабул итеп алды.
Композитор Давид Тухманов һәм автор Владимир Харитоновтың “Еңеү көнө” йырын Ҡаҙанда яҙҙырҙылар.
Йыр Ҡаҙан Кремле янында, Советтар Союзы Геройы, күренекле шағир Муса Йәлилгә һәйкәл ҡуйылған ерҙә урынлашҡан Ҡаҙан мәҙәниәт һәм сәнғәт институтының сәнғәт, мәғариф, фән һәм мәҙәниәт төбәк үҙәгенең залында башҡарылды.
Видеороликты төшөрөүҙә Татарстандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары Венера Ғәниева, Әлфис Ғәлиуллин, Эльвира Ғәлиуллина, “Тауыш. Балалар” конкурсы ҡатнашыусыһы Айгөл Вәлиуллина һәм башҡалар ҡатнашты. Йыр үҙҡурсаланыу шарттарында яҙылды.
Үҙҙәренең сығышында, был акция төбәктәрҙе берләштереүсе һәм мәҙәни берҙәмлекте яҡлаусы бер сара булып тора тип билдәләне туғандаш татар халҡы.
Татарстан эстафетаны Нижегородск өлкәһенә тапшырҙы. Был акция урындағы матбуғат саралары аша, ә социаль селтәрҙәрҙә #нашденьпобеды#песнипобедыПФО.хештегы менән таратыла.