+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2020, 12:19

Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр

#домаяҡшыраҡБашҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙҡурсаланыу шарттарында тәүлек әйләһенә эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы.

#домаяҡшыраҡ
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙҡурсаланыу шарттарында тәүлек әйләһенә эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Улар иҫәбенә 14 көн дауамында социаль учреждениеларҙа ҡайтмай эшләгән хеҙмәткәрҙәр инә.
-11 апрелдән республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ҡараған социаль хеҙмәтләндереү дәүләт учреждениеларында эшләгәндәр;
-20 апрелдән Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына ҡараған тәүлек әйләнәһенә эшләй торған дәүләт учреждениеһында хеҙмәт итеүселәр;
-21 апрелдән Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡараған республика махсуслаштырылған бала йортонда эшләүселәр.
Ошо учреждениела йәшәүселәргә социаль, белем биреү, медицина ярҙамы күрһәткән хеҙмәткәрҙәргә - 15 мең, ә хеҙмәт күрһәтеүгә шарттар тыуҙырыусыларға - 5 мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк. Әгәр ҙә учреждениеларҙа коронавирус сире теркәлә икән, түләүҙәр 25 мең һумға тиклем арттырыла. Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәргә район коэффициенты ла өҫтәлә.
Түләүҙәр аласаҡ учреждениеларҙың исемлеге менән ведомстволар үҙҙәре шөғөлләнәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: