+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2020, 17:53

11 майға тиклем оҙонайтылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала үҙизоляция режимын 11 майға тиклем оҙонайтты. Ул был хаҡта Хөкүмәттең бөгөн, кесаҙна, үткән кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала үҙизоляция режимын 11 майға тиклем оҙонайтты. Ул был хаҡта Хөкүмәттең бөгөн, кесаҙна, үткән кәңәшмәһендә хәбәр итте.
“Был беҙҙең өсөн еңел булмаған ҡарар, сөнки кешеләр ифрат ныҡ арыны – психологик баҫымдан да, матди проблемалар артыуҙан да, өйҙә ултырыуҙан да. Ләкин беҙ һеҙҙең менән был ҡарарҙы ҡабул итәбеҙ”, — тине Башҡортостан Башлығы.
Радий Фәрит улы шулай уҡ республикала 4 майҙан битлек режимы индерелеүе тураһында ла белдерҙе. Йәғни шул көндән йәмәғәт урындарында йөрөгәндә битлек кейеү мотлаҡ талапҡа әйләнә.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: