+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2020, 11:30

Урмансыларға тағы ла техника тапшырылды

Республиканың урман хужалыҡтарына һәм Башҡортостан урман янғыны үҙәгенә тағы ла яңы техника тапшырылған. Тракторҙар һәм автомобилдәр алыу “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарылған.

– Урман хужалыҡтарына урмандарҙы тергеҙеү, үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән 14 тәгәрмәсле трактор һәм 2 ағас ултыртыу машинаһы тапшырылды. Ә республиканың Урман янғыны үҙәге техника паркын 2 автоцистерна, 1 урман янғынын һүндереү тракторы, 3 бөтә ерҙән дә үтә алған автомобиль, 1 йөк тракторы менән тулыландырҙы, – тип белдерҙе БР Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. Шулай уҡ ул урмансылар өсөн техника алыу яҡшы ғәҙәткә әйләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
2020 йылда БР Урман хужалығы министрлығы алдында урман янғыны үҙәген махсус техника менән 91,7 процентҡа тәьмин итеү, ә 2024 йылда был күрһәткесте 100 процентҡа еткереү бурысы тора.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: