+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2020, 11:35

Улар эштә ҡала

Үҙҡурсаланыу режимын май көндәренә оҙайтыу тураһындағы Президент Указы ҡайһы бер тармаҡтарға ҡағылмай.

Үҙҡурсаланыу режимын май көндәренә оҙайтыу тураһындағы Президент Указы ҡайһы бер тармаҡтарға ҡағылмай.
Кремлдең рәсьми сайтында билдәләнеүенсә, аптекалар, медицина учреждениелары, аҙыҡ-түлек магазиндары, кисектереп булмай торған эштәр алып барыусы төҙөлөш ойошмалары элеккесә эшләйәсәк. Әлбиттә, туҡтауһыҙ производствоһы булған сәнәғәт, финанс хеҙмәте күрһәтеү өлкәләренә лә указ ҡағылмай. Бынан тыш, төбәктәрҙең башҡарма власть органдары, санитар-эпидемиологик хәлде, коронавирус инфекцияһының таралыу даирәһен иҫәпкә алып, был исемлекте киңәйтә ала.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: