Коронавирус сирен еңеп, республика дауаханаларынан сығыусылар 106 булып китте. Һуңғы тәүлектә тағы ла 30 кеше һауығып, өйөнә ҡайтҡан, донъя ҡуйыусылар юҡ.
Ләкин был матур яңылыҡты ишетеп, һаҡлыҡ сараларын һис кенә лә кәметергә ашыҡмайыҡ. Мәкерле вирус бирешергә йыйынмай. Тәүлек эсендә ул тағы ла 60 яҡташыбыҙҙы аяҡтан йыҡҡан. Шулай итеп, республикала коронавирус диагнозы барлығы 691 кешелә раҫланған.
Әле, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, COVID-19 вирусын йоҡторған 357 ауырыу стационарҙарҙа ята. Сирҙе еңел үткәреүселәр өйҙәрендә дауалана.
Рәсәй коронавирус менән ауырыусылар һаны буйынса донъяла һигеҙенсе урында тора: сырхауҙар 100 меңгә етеп килә, теүәлерәк итеп әйткәндә, 99 399. Тәүлек эсендә тағы ла 5841 кеше сирләгән.