+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2020, 11:40

Президент үҙҡурсаланыу көндәрен оҙайтты

Кисә Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары, губернаторҙар ҡатнашлығында ҙур видео кәңәшмә үткәрҙе. Алдан хәбәр ителеүенсә, ултырышты башлағанға тиклем Президент Рәсәй халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.

Кисә Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары, губернаторҙар ҡатнашлығында ҙур видео кәңәшмә үткәрҙе. Алдан хәбәр ителеүенсә, ултырышты башлағанға тиклем Президент Рәсәй халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.
“Бөгөн беҙҙең алда яңы, ихтимал, эпидемия менән көрәштең иң киҫкен этабы тора. Сөнки ауырыу йоҡтороу мөмкинлеге бик юғары, вирустан үлемесле ҡурҡыныс әле лә янай. Шуға коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙе ҡапыл алыу тураһында һүҙ алып барыу урынһыҙ. Һалыуҙың иң юғары нөктәһен үткән осраҡта ла, ҡайһы бер төбәктәрҙә көсөргәнеш ҡаласаҡ. Ғөмүмән, алда - ауыр һәм ябай булмаған юл”, - тине дөйөм хәлгә туҡталып.
Президент үҙенең мөрәжәғәтендә граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәмьин итеү һәм ил иҡтисадтына ярҙам саралары пакеты тураһында белдереү яһаны.
Шулай итеп:
- үҙҡурсаланыу режимы, ай башына тура килгән байрамдарҙы һәм эш көндәре булған 6,7,8 майҙы ла үҙ эсенә алып, 11 майға тиклем оҙайтыла;
- Хөкүмәт, Роспотребнадзор һәм Дәүләт Советы төркөмө 5 майға тиклем үҙҡурсаланыу режимынан 12 майҙан башлап этаплап сығыу тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш;
- тәҡдимдәргә ярашлы, 11 майға тиклем төбәктәр үҙ планын эшләй;
- Хөкүмәткә халыҡҡа һәм ил иҡтисадына ярҙам күрһәтеү буйынса сараларҙың яңы пакетын эшләү бурысы ҡуйыла.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: