“Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” проекты 2019 йылдан эшләй. Уның асылы шунда – республикала мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр өҫтәмә һөнәри квалификация күтәреү программалары буйынса белем ала.
Үткән йылда бындай мөмкинлек менән 351 хеҙмәткәр файҙаланған. Улар А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы һәм Рәсәй музыка академияһы үҙәктәрендә белемен камиллаштырған.
Уҡыу Рәсәйҙең билдәле юғары белем биреү ойошмалары нигеҙендә булдырылған Өҙлөкһөҙ белем биреү һәм Мәҙәниәт өлкәһендә ижади һәм идара итеү кадрҙарының белемен камиллаштырыу үҙәктәрендә дистанцион рәүештә бара.
Әле республиканың музей, китапхана, мәҙәниәт-ял итеү учреждениелары һәм театраль-концерт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институтында, Кемерово дәүләт мәҙәниәт институтында, Рәсәй театр сәнғәте институтында (ГИТИС), С.А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтында һәм башҡа белем усаҡтарында уҡый.
2020 йылда “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” проекты сиктәрендә мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән 683 кеше белемен камиллаштырыуы көтөлә. 2019 йылдан алып 2024 йылға тиклем 5 меңдән ашыу кеше уҡыясаҡ.
Республикала белемде камиллаштырыуҙы БР Мәҙәниәт министрлығының Республика белем биреү буйынса уҡыу-методик үҙәге, Республика халыҡ ижады үҙәге, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһы, БР Милли музейы тормошҡа ашыра.