-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2020, 13:03

Коронавирусҡа ҡаршы вакцина етештерәсәктәр

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы ҡулланырға мөмкин булған вакцина етештерә башлаясаҡтар.

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы ҡулланырға мөмкин булған вакцина етештерә башлаясаҡтар.
Был турала “Донъя коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара онлайн-форумында Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров белдерҙе.
«Кризис фармацевтикаға, биотехнологияларға ҙур иғтибар менән ҡарарға мәжбүр итә. Беҙ был йүнәлештәрҙе үҫтереү өсөн аҡса һалырға әҙербеҙ”, – тип һөйләне ул һәм оҙаҡ йылдар республикала диагностикалау, профилактикалау, дауалау өсөн дарыуҙар етештереүсе предприятиелар булыуын билдәләне. “Беҙ COVID-19-ға ҡаршы көрәшә алырлыҡ вакцина етештерә башлаясаҡбыҙ”, – тине Андрей Назаров.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в