-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2020, 12:14

Халыҡ-ара диктантты кемдәр яҙған

#домаяҡшыраҡБөтә донья башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты биргән мәғлүмәттәр буйынса, бөтәһе 305 600 кеше башҡортса онлайн диктант яҙған. Ҡатнашыусыларҙың географияһы бик киң, улар - Рәсәйҙең 18 төбәге, 24 сит ил вәкиле.

#домаяҡшыраҡ
Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты биргән мәғлүмәттәр буйынса, бөтәһе 305 600 кеше башҡортса онлайн диктант яҙған. Ҡатнашыусыларҙың географияһы бик киң, улар - Рәсәйҙең 18 төбәге, 24 сит ил.
Иң күп ҡатнашыусылар исемлеге илебеҙ төбәктәренә тура килә, улар - 39 меңдән ашыу кеше, 3 мең 395 кеше сит илдәрҙән яҙған. Шуларҙан 223 мең кеше эштәрен рәсми сайтҡа https://bashkdictant.ru/. ебәргән.
Тәүге тапҡыр башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙылды. Был вариантты 51 мең 345 кеше һайлаған.
Акцияла ҡатнашыусы иң өлкән кешегә 96 йәш, ә иң кесеһенә 5 йәш булған. Халыҡ-ара диктантта ҡатнашыусыларға электрон сертификаттар тапшырыласаҡ. Улар сайттың шәхси кабинетында була йә иһә һәр бер ҡатнашыусының электрон почтаһына ебәрелә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: