0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2020, 23:40

Донъя менән бергә кешеләр ҙә үҙгәрәсәк

Пандемия синдромы Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙәргә йоғонто яһаясаҡ, ти белгестәр. Ошо турала бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы ассоциацияһы төрлө эксперттар ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үткәргән.

Сәйәсмәндәр, йәмәғәтселәр һәм ғалимдар бөгөнгө йәмғиәттең хәлен өйрәнеп, коронавирус кешеләрҙең сәйәси ҡарашына һәм социаль хәленә ҙур йоғонто яһаны, тип белдергән. Бөтә ер шарында кешеләр властың пандемияға ҡаршы ниндәй көрәш алып барыуын баһалай. Мәҫәлән, политолог Евгений Семенов күптән түгел Көньяҡ Кореяла үткән һайлауҙарҙы миҫалға килтергән.
Унда әлеге власть етәкселәре уңыш ҡаҙанған. Һайлауҙарҙың йомғағына коронавирусҡа ҡаршы алып барылған ыңғай сәйәсәт йоғонто яһаған. Һайлауҙарға кешеләр ҙә күп килгән һәм улар идара итеүсе хөкүмәтте яҡлаған.
Шуның кеүек Конституцияға үҙгәрештәр индереүҙең социаль йүнәлешле булыуын иҫәпкә алғанда, ул тауыш биреүселәрҙең күбеһендә хуплау табасаҡ, ти белгестәр.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: