+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2020, 13:06

“Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһы

Хәбәр итеүебеҙсә, легендар “Еңеү көнө” йыры башҡортса яңғыраны. Ул “Беҙҙең Еңеү көнө” яҙғы марафонға ҡушылыу акцияһы сиктәрендә башҡарылды.

Хәбәр итеүебеҙсә, легендар “Еңеү көнө” йыры башҡортса яңғыраны. Ул “Беҙҙең Еңеү көнө” яҙғы марафонға ҡушылыу акцияһы сиктәрендә башҡарылды.
Ошо турала үҙенең сәхифәһендә республика башлығы Радий Хәбиров та: “Был көндәрҙә бөтә ил халҡы яратып башҡарған йырҙы Волга буйы федераль округына ҡараған төбәктәрҙә милли телдә йырлайҙар.”Еңеү көнө” йырының башҡортса вариантын халыҡ хоры башҡарҙы, ә республиканың билдәле кешеләре был акцияға ҡушылып Өфөнөң Еңеү паркына килде”, - тип яҙып сыҡты.
Халыҡ марафонына ҡушылыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин, акция хаҡында ишетеп, ситтә ҡала алмауын билдәләне. Артист әйтеүенсә, был көн уның ғаиләһе өсөн дә оло байрамдарҙың береһе.
Шулай уҡ акцияға ҡушылыусылар араһында музыкант Заһир Зәйнетдин, телевидение алып барыусыһы Фаягөл Дәүләтйәрова, актриса Рушана Бабич һәм башҡалар бар ине. Улар ошондай сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәтен еткерҙе һәм Башҡортостандың ғорурлыҡ менән эстафетаны ҡабул итеүен билдәләне.
"Еңеү көнө" йырын башҡортсаға танылған шағирә Гүзәл Ситдыҡова тәржемә иткән. Ошо көндәрҙә әҙибә үҙенең диуарында ихлас ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итте.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: