+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 16:48

Вирус һөжүмен көсәйтә

Коронавирус һөжүмен көсәйтә: тәүлек эсендә Башҡортостанда ул тағы ла 61 кешелә табылған.

Коронавирус һөжүмен көсәйтә: тәүлек эсендә Башҡортостанда ул тағы ла 61 кешелә табылған.
Шулай итеп, эпидемия башланғандан алып республикабыҙҙа COVID-19-ҙы йоҡтороуҙың барлығы 631 осрағы раҫланған. Сәләмәтләнеп, дауаханаларҙан сығыусылар – 80. Аҙаҡҡы көндәрҙә вафат булыусылар юҡ.
Илебеҙҙә был ҡурҡыныс сирҙе йоҡтороусылар 93 558 булып киткән, һуңғы тәүлектә ауырыусылар бигерәк тә күп – 6411.
Уяулыҡты кәметергә иртә, дуҫтарыбыҙ. Түҙемлекте йыйып, һаҡланыу сараларын күреүҙе дауам итәбеҙ!
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: