Яңы үҙәк 16 мең квадрат метр майҙанды биләй. Унда 100 палата буласаҡ: 82-һе – бокстар, 18-е – реанимация өсөн. Бөтә кәрәкле медицина ҡорамалдары, шул иҫәптән 172 яһалма һулыш аппараты ҡуйыласаҡ. Комплекс эсенә шулай уҡ диагностика, дезинфекция, үҙәк-стерилләштереү бүлектәре, лаборатория, дарыухана инәсәк. Дауахана 450-ләп пациентты ҡабул итә аласаҡ. Объекттың хаҡы – 1,8 млрд. һум. Төҙөүселәр уны 25 майға тапшырырға йыйына.