+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 20:24

Пандемия бөткәс, донъя ниндәй булыр?

Коронавирус пандемияһынан һуң тормошобоҙ ниндәй буласаҡ? “Донъя коронавирустан һуң. Евразия йөрәгенән ҡараш” тигән бөгөнгө халыҡ-ара онлайн-форумда һүҙ шул турала бара.

Коронавирус пандемияһынан һуң тормошобоҙ ниндәй буласаҡ? “Донъя коронавирустан һуң. Евразия йөрәгенән ҡараш” тигән бөгөнгө халыҡ-ара онлайн-форумда һүҙ шул турала бара.
Ул – пандемияның иҡтисади эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн эксперттар майҙансығын ойоштороуға беренсе аҙым. Билдәле булыуынса, онлайн-форум үткәреү инициативаһы менән Башҡортостан Республикаһы етәкселеге сығыш яһаны.
“Пандемия тамамланғас, донъя һиҙелерлек үҙгәрәсәк. Ул мәғлүмәтлерәк, йылдамыраҡ буласаҡ, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров форумда. – Йәнлектәр батшаһы булған кеше ни бары ай ярым эсендә иң ябай микрорганизмдарҙың һунар объектына әйләнде. Кешелек йыһанға караптар осора, океан тәрәнлектәрен өйрәнә ине, ә бөгөн иһә көсөбөҙ битлектәр тегеүгә йүнәлтелде. Кисә генә иреклектән рәхәтләнә инек, бөгөн фатирҙарыбыҙҙа изоляцияла ултырырға мәжбүрбеҙ. Күптәр бынан арыны”.
Радий Фәрит улы әйтеүенсә, кешелек йәмғиәтенең асылы шунда – ул, иң ауыр мәлдә бөтә көсөн туплап, иҫән ҡала белә. Әле, күп кешеләргә ярҙам кәрәк саҡта, гражданлыҡ йәмғиәтенең үҫеше күренде. Хәбиров ирекмәндәрҙең, үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алып, мохтаждарға ярҙамға ашығыуы тураһында һөйләне. Ул йыш ҡына мохтаждарҙың пенсионерҙар түгел, ә эшен юғалтҡан кешеләр булыуын һыҙыҡ аҫтына алды. Башҡортостан етәксеһе республиканың коронавирус таралған осорҙа зыян күргән иҡтисадын тергеҙеү буйынса сараларҙың икенсе комплексы 30 апрелгә тиклем ҡабул ителәсәген әйтеп үтте.
Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева фекеренсә, пандемиянан һуң Рәсәй иҡтисадын тергеҙеүгә 3 йылдан 5 йылға тиклем ваҡыт талап ителеүе мөмкин. “Рәсәйҙән тауарҙар импорты 2,5 тапҡырға кәмене. Күп предприятиелар, хатта тармаҡтар араһында бәйләнеш туҡталып ҡалды”, – тине ул.
Француз кинорежиссеры, яҙыусы Люк Бессондың форумдағы: “COVID-19 пандемияһы – кешелеккә үҙгәрергә кәрәклеген белдереүсе үҙенсәлекле бер билдә”, – тигән һүҙҙәре барса халыҡтарҙың фекерен сағылдыралыр, моғайын...
Онлайн-осрашыуҙа Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 100-ҙән ашыу ғалим, сәйәсмән, эшҡыуар, эксперт ҡатнаша.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: