“Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә республика китапханалары йыл һайын РФ мәҙәниәт министрлығы үткәргән модель муниципаль китапхана булдырыу өсөн конкурста ҡатнаша. Еңеүсе булған китапханалар федераль һәм республика ҡаҙнаһынан китап фондын тулыландырыуға аҡса ала.
Быйыл Башҡортостандан өс ауыл китапханаһы конкурс еңеүсеһе булған. Улар – Благовар районының үҙәк китапханаһы, Дүртөйлө районы Әсән ауылы китапханаһы, Туймазы районының Ҡандра ауылының балалар китапханаһы.
Конкурс “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үтә.