Май байрамдарын тағы ла һуңыраҡҡа күсереүҙең ил иҡтисады өсөн бер ыңғай яғы ла юҡ, зыяны ғына ҙур,- тип белдерҙе Дәүләт Думаһының хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт комитеты рәйесе Ярослав Нилов.
“Был бизнесҡа, иҡтисадҡа өҫтәмә көсөргәнешлекте һәм эшһеҙлек кимәлен арттырыуға сәбәп кенә. Шуға күрә һайларға тейешбеҙ: байрам итәбеҙме әллә ошондай хәлдән тиҙерәк сығыу юлдарын эҙләйбеҙме? Миңә ҡалһа, карантинды тамамлап, үҙҡурсаланыу көндәренән сығыу, көс туплау сараһын эҙләргә кәрәк”, - ти депутат.
Белгестәр әйтеүенсә, коронавирусҡа бәйле оҙайлы үҙҡурсаланыуҙар арҡаһында, иҡтисад һәм бизнес өлкәһе былай ҙа шаҡтай зыян күрә. Депутаттың был тәҡдимен башҡалар ҙа хуплай. Май тантаналары - ял түгел, ә электән билдәләнгән дәүләт байрамдары. Уның һәр береһенең артында ил тарихы тора. Шуға күрә май байрамдарын ғәмәлдә ҡалдырып, уны өй шарттарында үткәреү зарур тигән тәҡдим индерелде. Депутаттар байрамды күсереү ил иҡтисадына тағы ла ҙурыраҡ зыян килтерә тигән фекерҙәр менән килеште.