“Үлемһеҙ полк” акцияһы яңы форматта үткәрелә. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте.
Етәксенең әйтеүенсә, йыл да үткәрелеп килгән акция - бөтә халыҡ ҡатнаша торған сара.
”Уны нисек үткәреү хаҡында һорауҙар күп булды. ”Үлемһеҙ полк” акцияһының ойоштороу комитеты миңә мөрәжәғәт итте һәм беҙ бер сара уйлап таптыҡ. Кешеләрҙән онлайн форматта заявкалар һәм фотолар ҡабул итәбеҙ, уны баҫтырып транспортҡа беркетәбеҙ. Еңеү көнөндә йөҙләгән автобус 70 мең яугирҙың фотоһы менән тантаналы колоннала урамдар буйлап үтәсәк. Ниндәй генә ҡатмарлы хәлдәрҙә лә беҙ мәсьәләне сисеү юлын табырға тейешбеҙ”, - тип яҙа Радий Фәрит улы.
Бынан тыш ветерандарҙың фотолары Башҡортостан юлдаш телеканалы аша күрһәтеләсәк һәм “Үлемһеҙ полк” акцияһының сайтына ҡуйыласаҡ. Заявкаларҙы polk02.ru сайтында ҡалдырырға мөмкин.
Фото Башинформдан алынды.