Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә балалы ғаиләләргә ипотека өсөн тәүге иғәнәне 15 процент күләменә тиклем төшөрөү тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Был сара COVID-19 пандемияһының иҡтисадҡа кире йоғонтоһона, халыҡтың килеме ҡырҡа кәмеүгә бәйле торлаҡ төҙөү тармағына ла ярҙам буласаҡ, тип фаразлай белгестәр.
Билдәле булыуынса, Президент ҡушыуына ярашлы Хөкүмәт ипотека кредитын 6,5 процент менән биреү тураһында программа әҙерләй. Ул 1 майға тиклем ҡабул ителәсәк. Ҡайһы бер банктар түбән ставка менән эшләй башланы ла инде. Атап йәткәндә, Өфөлө ВТБ банкы тәүге кредиттар бирҙе.