Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путинға кисә кәңәшмә барышында тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Дмитрий Кобылкин еткерҙе. Тарихта билдәләнгән иң эҫе йәй тураһындағы һығымтаға Рәсәй гидромет хеҙмәте генә түгел, ә сит ил белгестәре лә килгән.
Был раҫлауҙың дөрөҫлөгөн күрһәткән тәүге билге лә бар – дүшәмбелә Красноярск крайында һауа температураһы 35 градусҡа тиклем күтәрелгән.
Шундай уҡ эҫе йәй 2010 йылда булғайны, тип билдәләй күҙәтеүселәр.
Көндәрҙең аномаль эҫе тороуы, ғәҙәттә, ҡоролоҡҡа, урмандар янғынына, йылғаларҙың һайығыуына һәм башҡа кире күренештәргә килтерә. Тимәк, быға бөгөндән әҙерләнә башларға кәрәк.