+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 10:30

Авария хәлендәге йорттарҙан күсереү тиҙләтелә

2021 – 2022 йылдарҙа 29,5 мең квадрат метр иҫке торлаҡтан күсереү планлаштырыла. Был маҡсатта Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды 1,2 миллиард һум аҡса бүләсәк.

2021 – 2022 йылдарҙа 29,5 мең квадрат метр иҫке торлаҡтан күсереү планлаштырыла. Был маҡсатта Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды 1,2 миллиард һум аҡса бүләсәк.
Был авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға кәрәк булған лимит суммаһының 98 процентын тәшкил итә. Ҡалған 2 процентын республика өҫтәйәсәк.
Республика өсөн авария хәлендәге торлаҡтан халыҡты күсереү программаһын тормошҡа ашырыуҙың план-графигы 1 майҙан һуң әҙер буласаҡ. Был хаҡта төбәктәрҙең башҡарма власть органдары етәкселәре менән селектор кәңәшмәһендә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының генераль директоры урынбаҫары Олег Рурин белдерҙе.
1 майға тиклем республика 2017 йылдың 1 ғинуарына авария хәлендә тип танылған торлаҡтан халыҡты күсереү программаһын ваҡытынан алда тамамлау буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш. Улар нигеҙендә граждандарҙы ваҡытынан алда күсереү планы төҙөләсәк.
БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, апрель айына программаның беренсе этабында ҡатнашыусы бөтә муниципаль берәмектәрҙә лә контракттар төҙөлгән. 219 торлаҡ бина алынасаҡ, 677 кеше яңы йәшәү урынына күсәсәк. Бының өсөн 325 миллион һум аҡса тотоноласаҡ. Белорет, Дүртөйлө, Мишкә райондарында эштәр тамамланған да инде.
Авария хәлендәге торлаҡтан күсереү эше “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: