+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 13:16

Толом-толом сәскәйҙәрең

#домаяҡшыраҡБашҡортостандың халыҡ артисткаһы, бейеүсе Зөлфиә Ҡудашева - яңы образда.

#домаяҡшыраҡ
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, бейеүсе Зөлфиә Ҡудашева - яңы образда.
Үҙҡурсаланыу көндәрендә ул тулыһынса сәсен алдырған. Бейеүсе яңы образын инстаграм селтәренә һалған һәм үҙенең ҡылығын:
- Барыһы ла яҡшы, Аллаға шөкөр. Өйҙә ултырған мәлдә яңырырға уйланым. Дөрөҫөн әйтәм, сал инә башлаған сәстәремде ураған һайын буятыуҙан ялҡтым. Ҡайһы ваҡытта айына ике өс тапҡыр ошо процедураларҙы башҡарарырға тура килә ине. Иремде ике көн күндерҙем, - тип аңлата.
Бөтә ғүмерен сәхнәгә арнаған, һәр ваҡыт ҙур публика алдында сығыш яһаған бейеүсенең был аҙымын күптәр фотошоп тип баһалай. Кемдер бейеүсе парик кейгән тип уйлай. Зөлфиә Ҡудашеваны яҡын белгәндәр иһә быға ғәжәпләнмәй. Киреһенсә, социаль селтәрҙәрҙә уға маҡтау һүҙҙәре яҙалар һәм бейеүсенең ҡыйыулығына һоҡланалар.
Зөлфиә Ҡудашева - башҡорт сәнғәтенең иң үҙенсәлекле бейеүселәренең береһе. Ул халыҡ бейеүҙәре менән бергә, шаян, вальс һәм заманса бейеүҙәрҙе лә башҡара. Уның башҡарауында «Батмус менән бейеү”, “Шаян киленсәк” образдары әле лә тамашасылар тарафынан ихлас ҡабул ителә. Бейеүсе әле лә сафта ҡала, әүҙем ижад менән йәшәй. Уны һәр ваҡыт Башҡорт дәүләт филармонияһының арҙаҡлы артистарынан төҙөлгән концерт бригадаһы менән гастролдәрҙә күрергә мөмкин.
Фото бейеүсенең сәхифәһенән алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: