+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 12:18

Тағы ла туристар ҡайтты

Өфө аэропорты сит илдә тороп ҡалған туристарҙы алып ҡайтыусы “Урал авиалиниялары”ның ике рейсын ҡабул итте.

Өфө аэропорты сит илдә тороп ҡалған туристарҙы алып ҡайтыусы “Урал авиалиниялары”ның ике рейсын ҡабул итте.
Тәүге рейс Дубайҙан ине, уны кисә ҡаршы алдылар. Самолеттағы 117 пассажирҙың 17-һе – Башҡортостан кешеләре. Бөгөн төшкән рейс иһә – Гоанан. Уның менән 162 турист ҡайтты, 37-һе – беҙҙең республиканан.
Роспотребнадзор белгестәре башта уларҙың температураһын үлсәне, унан пассажирҙар паспорт һәм таможня контролен үтте. Юлсылар өсөн ҡайнар аш, эсемлектәр, йылы пледтар әҙерләп ҡуйғайнылар.
Дубайҙан ҡайтҡан – 34 , Гоанан килеп төшкән 56 кеше ике аҙнаға Өфө районындағы обсерваторға карантинға оҙатылды. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән 50 пассажир эске авиарейс менән – Екатеринбургҡа, Гоанан 51 турист Түбәнге Новгородҡа осто. Күрше төбәктәр – Ырымбур, Һамар, Түбәнге Новгород өлкәләре, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан, Пермь крайы етәкселеге үҙҙәренең яҡташтары өсөн автобус ебәргәйне.
Пассажирҙарҙы күнекмәләрҙә өйрәнелгән технологияларға ярашлы хеҙмәтләндерҙеләр. Был эшкә йәлеп ителгән аэропорт хеҙмәткәрҙәре хәүефһеҙлек сараларын күҙәтте, шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителде.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: