+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 10:15

Нуримандар автоклублы булды

2020 йылда Башҡортостандың биш районына күсмә күп функциялы мәҙәниәт үҙәге – автоклуб алынасаҡ.23 апрелдә тәүге автоклуб Нуриман районы мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә файҙаланыуға тапшырылды.

2020 йылда Башҡортостандың биш районына күсмә күп функциялы мәҙәниәт үҙәге – автоклуб алынасаҡ.
23 апрелдә тәүге автоклуб Нуриман районы мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә файҙаланыуға тапшырылды.
Нуриман районында 51 ауыл иҫәпләнә, уларҙың 24-ендә генә клуб бар. Иң алыҫ ауыл район үҙәгенән 60 саҡрымдан ашыу алыҫлыҡта ята. Автоклуб райондың мәҙәниәт-ял итеү учреждениелары булмаған ауылдарында ла тулы ҡанлы концерттар ойошторорға мөмкинлек бирәсәк.
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә 2020 йыл аҙағына тиклем Баймаҡ, Йылайыр, Ҡариҙел, Тәтешле райондары халҡы ла автоклублы буласаҡ.
РФ мәҙәниәт министры урынбаҫары, “Мәҙәниәт” милли проекты администраторы Ольга Ярилова әйтеүенсә, еңел булмаған шарттарҙа ла “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Ҡайһы бер төбәктәр балалар сәнғәт мәктәптәре өсөн музыка ҡоралдары алған. “Бер нисә аҙна элек тәүге автоклуб Калуга өлкәһенә ебәрелгәйне, бына әле Башҡортостан Республикаһына оҙатылды. Өҫтәүенә, был эш ниәтләгән ваҡыттан дүрт ай алда башҡарылды. Күп көс һалған, төбәктәрҙә мәҙәниәтте һәр кемгә еткерергә ярҙам иткән тәьмин итеүселәргә, субъекттар етәкселегенә бик рәхмәтлебеҙ”, – ти ул.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: