Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус диагнозы тағы ла 43 ауырыуға ҡуйылған. Эпидемия башланғандан алып СОVID-19-ҙы йоҡтороуҙың 570 осрағы раҫланған.
Республика дауаханаларында 313 сырхау ята, сирҙе еңел кисереүсе 171 кеше өйҙәрендә дауалана. Уҙған ял көндәрендә йәнә 12 кеше дауахананан сыҡҡан, һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 72. Һуңғы бер нисә тәүлектә үлем осраҡтары юҡ.
Эпидемиологик хәл имен булмаған ерҙәрҙән ҡайтҡан 119 кеше обсерваторҙарға урынлаштырылған, 26-һы – балалар.