Ил халҡы тарафынан яратып йырланған ”Еңеү көнө” йырының һүҙҙәрен билдәле шағирә, Викиөләсәй Гүзәл Ситдыҡова башҡортсаға тәржемә иткән. Әле Рәсәй буйынса флешмоб бара, танылған йырҙы милли телдәрҙә йырлайҙар.
Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы йырҙың башҡортса вариантын шағирәгә махсус заказ менән яҙҙыртҡан.
Владимир Харитонов һүҙҙәре һәм Давид Тухманов көйөнә яҙылған йырҙың башҡортсаһын Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе артистары Гүзәлиә Татлыбаева һәм Зөлфиә Әбүбәкирова башҡарҙы.
-Йыр Башҡортостан юлдаш каналында яңғыраны, - ти автор Гүзәл Ситдыҡова.- Ҡыҙғанысҡа, мин ишетмәй ҡалғанмын. Ләкин ул йырҙың клибын ”Бәйләнештә” селтәренә һалдым, шунда инеп тыңларға һәм ҡарарға мөмкин.
Унда, алда күпме юл үттек, йән аямай көрәшеп, Еңеү көттөк! тигән һүҙҙәр бар. Йырҙың башҡортса яңғырашын ошо һылтанмаға инеп тыңларға була.