-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 02:04

Һайлаусыларҙың ҙур өлөшө тауыш биреүҙәргә киләсәк

Илдең төп документына үҙгәрештәр индереү буйынса дөйөм тауыш биреүҙәр көнө 22 апрель үтһә, уның һөҙөмтәләре нисек булыр ине?

Илдең төп документына үҙгәрештәр индереү буйынса дөйөм тауыш биреүҙәр көнө 22 апрель үтһә, уның һөҙөмтәләре нисек булыр ине?
Йәмәғәт фекерен өйрәнеү Бөтә Рәсәй үҙәгенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был көндө ил халҡының 66 проценты тауыш биреүҙәрҙә ҡатнашырға иҫәп тотҡан.
Эксперттарҙың билдәләүенсә, пандемияға бәйле көрсөк шарттарында Конституцияға үҙгәрештәр индереү айырыуса көнүҙәккә әйләнә. Сөнки был өҫтәлмәләрҙең күбеһе социаль йүнәлешле: хеҙмәтте яҡлау, социаль партнерлыҡ, бәләкәй эш хаҡын йәшәү минимумына тиңләү.
Әлеге хәлдә граждандарҙың һайлау хоҡуғын тормошҡа ашырыу кәрәкме, юҡмы? Белгестәр фекеренсә, эпидемия үтеп киткәс кешеләрҙе берләштереү, туплау өсөн ошондай сараларҙың әһәмиәте ҙур буласаҡ. Дөйөм тауыш биреүҙәр процедураһында ҡатнашыу ғәҙәти тормош режимына инеп китеүгә лә еңеллек бирәсәк.
Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса кешеләргә мәғлүмәт еткереү эше күптән бара, шуға ул бик ҡыҫҡа ваҡыттарҙа ойошторолор тигән фараздар әйтелә. Ләкин һайлаусыларҙы хәүефһеҙлек сараларына ышандырыуы иң ауыры буласаҡ. Бынан тыш карантинда һәм дауаханаларҙа ятҡан тауыш биреүселәрҙең һайлау хоҡуғы нисек иҫәпкә алыныр? Бындай категорияға һайлаусыларға алыҫтан тороп тауыш биреү мөмкинлеген хәл итеү ҙур роль уйнаясаҡ, ти белгестәр.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: