+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 14:05

Ауыл ерендә үҙ эшен асырға теләгәндәр, “Агростартап” гранттар конкурсында ҡатнашығыҙ!

27 апрелдән 8 майға тиклем БР Ауыл хужалығы министрлығында “Агростартап” грантын алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте сайтта табырға мөмкин.

27 апрелдән 8 майға тиклем БР Ауыл хужалығы министрлығында “Агростартап” грантын алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте сайтта табырға мөмкин.
“Агростартап” гранттар конкурсында ҡатнашыу Дыуан районы фермеры Андрей Цепиловҡа күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. 2019 йылда ул, үҙ проектын яҡлап, 3 миллион һумлыҡ субсидия алған. Был аҡсаға фермер электән булған йылытмаһын яңыса ҡора, тағы бер теплица ала һәм уларҙы газ менән йылытырға көйләй. Кәрәкле ҡорамалдар, йылытылған будка, «Газель NEXT» автомобиле ала.
Андрей Цепиловтың йылытмалары майҙаны 500 квадрат метр тәшкил итә. Унда тамсылап һуғарыу ойошторолған, яҡтылыҡ ҡуйылған. Үткән миҙгелдә фермер 8 тонна самаһы ҡыяр үҫтергән. Быйыл ул был күләмде тағы ла арттырырға уйлай. Продукцияһын йәшелсә кибеттәре бик теләп ҡабул итә.
2020 йылда республика ауылдарында йәшәүселәр шулай уҡ “Агростартап” грантын алыу мөмкинлегенә эйә. Уның дөйөм суммаһы 266 миллион һум тәшкил итәсәк. Был аҡса “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам системаһы булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә бүленә. Үткән йылда 115 яңы эш башлаған фермер еңеүсе булған.
27 апрелдән 8 майға тиклем БР Ауыл хужалығы министрлығында “Агростартап” грантын алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Ғаризаларҙы почта аша 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106-сы йорт адресы буйынса ебәреү яҡшы. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29.
Фото БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: