+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2020, 15:31

“Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһына мари дуҫтар ҡушылды

Мари Эл Республикаһы бөгөн Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Беҙҙең Еңеү көнө” тигән ғәйәт киң акцияға – йыр марафонына ҡушылды.

Мари Эл Республикаһы бөгөн Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Беҙҙең Еңеү көнө” тигән ғәйәт киң акцияға – йыр марафонына ҡушылды.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән старт алған ысын-ысындан патриотик акция округ төбәктәрендә йәшәүселәрҙе берҙәм халыҡ коллективы итеп туплай. Төбәктәрҙең билдәле йырсылары һәм хорҙары композитор Давид Тухманов көйөнә һәм Владимир Харитонов һүҙҙәренә яҙылған бөтәбеҙгә лә билдәле “Еңеү көнө” тигән йырҙы башҡарасаҡ. Мордовия, Мари Эл, Сыуашстан, Удмурдия, Башҡортостан һәм Татарстан вәкилдәре был йырҙы мордва, мари, сыуаш, удмурд, башҡорт һәм татар телдәрендә йырлаясаҡ.
“Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһын кисә Мордовия Республикаһы башлап ебәргәйне һәм бөгөн унан эстафетаны Мари Эл ҡабул итте. Данлыҡлы “Еңеү көнө” йырын Мари дәүләт филармонияһы солистары, Мари дәүләт хор капеллаһы башҡара. Ә музыкаль яҡтан “Мари кундем” халыҡ инструменттары оркестры биҙәй. Видеояҙма Рәсәйҙә үҙизоляция режимы индерелгәнсе төшөрөлгән.
Йыр марафонына тәҡдим ителгән видеояҙмала Мари Эл баш ҡалаһының иң матур урындарын күрәбеҙ. Ундағы Мәҙәниәт һәм ял паркындағы Мәңгелек ут, Билдәһеҙ һалдат монументы урынлашҡан С.Г. Чавайн бульвары, В.И. Ленин майҙаны, Һуғыш һәм тыл хеҙмәте геройҙарының Дан аллеяһы, Кокшаги йылғаһы буйы, Благовещенск башняһы һоҡланыу уята.
Мари АССР-ынан Бөйөк Ватан һуғышына 142 меңдән ашыу кеше киткән, уларҙың 75 меңе Ватаныбыҙҙың азатлығы өсөн һәләк булған. 53 яугиргә Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән, 14 батыр Дан орденының тулы кавалеры исемен алған.
#песнипобедыПФО #нашденьпобеды
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: