+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Апрель 2020, 21:39

“Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһы старт алды

Бөгөн, 25 апрелдә, Волга буйы федераль округында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған киң акция башланды.

Бөгөн, 25 апрелдә, Волга буйы федераль округында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған киң акция башланды.
“Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән старт алды. Ҡатнашыусы төбәктәр барыбыҙға ла билдәле “Еңеү көнө” йырын башҡарып, эстафетаны бер-береһенә тапшырасаҡ.
Йырҙың авторҙары композитор Давид Тухманов менән шағир Владимир Харитонов халыҡ ҡаһарманлығын, яҡын кешеләрҙе юғалтыу ҡайғыһын, тыныслыҡ хаҡына ғүмерен йәлләмәгән миллионлаған ил һаҡсыларына рәхмәт һүҙҙәрен бар тулылығында еткерә алған. Бөйөк байрамдың гимнына әйләнгән йыр тәүге тапҡыр бынан 45 йыл элек яңғыраған.
Волга буйы федераль округының йыр марафонына старт февраль башында Мордва Республикаһында бирелгәйне. Билдәле “Еңеү көнө” йырын Саранскиҙың һәм муниципаль райондарҙың иң яҡшы ижади коллективтары, республиканың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, йәштәр, ирекмәндәр башҡарҙы. 25 апрелдә улар эстафетаны күршеләренә – Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәренә тапшырҙы.
Ижади коллективтарының сығыштары 25 апрелдән 8 майға тиклем урындағы телеканалдар аша күрһәтеләсәк. Ә 9 майҙа, Еңеү көнөндә, йыр марафонда ҡатнашҡан барлыҡ музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ. Йырҙы социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хештегтары аҫтында, YouTube каналында табып ҡарарға, радиостанциялар аша радио-версияларын тыңларға мөмкин.
Шул рәүешле Хәтер һәм дан йылында Волга буйы федераль округында йәшәүселәр “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонында берләшә.
Читайте нас: