+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 01:50

Ҡытайҙар беҙҙең майҙы ярата

Башҡортостанда етештерелгән көнбағыш майы Ҡытай ҡулланыусылары күңеленә хуш килә, тип белдерә “Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан референт үҙәге” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһының матбуғат хеҙмәте.Йыл башынан алып Ҡытайға Башҡортостандан 83 тимер юлы цистернаһында дөйөм күләме 5163 тоннанан ашыу көнбағыш майы оҙатылған.

Башҡортостанда етештерелгән көнбағыш майы Ҡытай ҡулланыусылары күңеленә хуш килә, тип белдерә “Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан референт үҙәге” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһының матбуғат хеҙмәте.
Йыл башынан алып Ҡытайға Башҡортостандан 83 тимер юлы цистернаһында дөйөм күләме 5163 тоннанан ашыу көнбағыш майы оҙатылған.
Хуш еҫле, экологик яҡтан таҙа, хәүефһеҙ ризыҡ Күмертау эргәһендәге Маячный ауылында урынлашҡан “Элеватор” май һығыу заводында эшкәртелгән. Барлыҡ ун партия ла Һынау үҙәгендә тикшереү үткән. “Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан референт үҙәге”нең биологик һынауҙар лабораторияһы белгестәре майҙың 166 өлгөһөн тикшергән һәм уның Ҡытай дәүләт стандарттарының барлыҡ талаптарына яуап биргәнен раҫлаған.
Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары Рәсәйҙән аҙыҡ-түлек импорты менән шөғөлләнгән Ҡытай компаниялары араһында ҙур һорау менән файҙалана.
Ауыл хужалығы етештергән аҙыҡ-түлекте сит илгә сығарыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: