-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 12:36

Табиптар тәүге эш сменаһын тамамланы

Өфөнөң Дим биҫтәһендә йоғошло сирҙәр дауаханаһы итеп үҙгәртелгән медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре тәүге вахтаны тамамланы.

Өфөнөң Дим биҫтәһендә йоғошло сирҙәр дауаханаһы итеп үҙгәртелгән медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре тәүге вахтаны тамамланы.
Улар махсус дауалау госпиталендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәр булараҡ тулы хоҡуҡлы ял алырға бурыслы. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров та белдерҙе.
Ул хөкүмәткә табиптарға ял итеү һәм көс йыйыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы йөкмәтте.
-Мин һеҙҙең ялығыҙ өсөн ”Йәшел ҡурсаулыҡ” шифаханаһын асырға ла әҙер. Унда һеҙ ике аҙналыҡ үҙҡурсаланыу көндәрен үткәрә алаһығыҙ, - тине Радий Фәрит улы.
Республика башлығы шулай уҡ вирусҡа ҡаршы ҡатмарлы шарттарҙа вахта үткән табиптарға үҙ рәхмәтен еткерҙе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: