-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 17:33

Мөһим үҙгәрештәр хуплана

Әгәр ҙә коронавирус ил халҡының ғәҙәти тормош режимын боҙмаһа, уҙған шаршамбы барыбыҙ ҙа Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү өсөн дөйөм тауыш биреүҙәр көнөндә ҡатнашҡан булыр инек.

Әгәр ҙә коронавирус ил халҡының ғәҙәти тормош режимын боҙмаһа, уҙған шаршамбы барыбыҙ ҙа Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү өсөн дөйөм тауыш биреүҙәр көнөндә ҡатнашҡан булыр инек.
Йәмәғәтселәр, эксперттар илдең төп документы буйынса үҙ фекерҙәре менән даими уртаҡлаша. Мәҫәлән, балаларҙы илдең төп ҡаҙанышы итеп таныу һәм ғаилә тәрбиәһен өҫтөнлөклө итеп күрһәтеүҙе нығытыу буйынса бүлектәр айырыуса яҡлау таба. Дәүләттең ғаилә институтын һәм ғаилә мөнәсәбәттәрендә әхләҡи традицияларын нығытыуға йүнәлеш алыуы хуплана.
Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлашып килгәндә, Конституцияның быуындар бәйләнешен нығытыу, Ватанды һаҡлаусылар хәтерен хөрмәтләү һәм тарихи дөрөҫлөктө яҡлау тураһындағы яңы бүлектәре айырыуса актуаль.
Йәмәғәтселәр билдәләүенсә, илебеҙ тарихи - патриотизм тойғоларын уятҡан ғорурлыҡ сығанағы һәм уның һәр гражданы өсөн рухи терәк булырға тейеш.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: